Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» - «Аҡ Барс»: ярымфинал алышының тәүге серияһы

Йәмғиәт

Йома көндө, 2 апрелдә, «Өфө-Арена» майҙанында— аншлаг. Элекке дуҫ-көрәштәштәр – Өфөнөң «Салауат Юлаев»ы һәм Ҡазандан «Аҡ Барс» осраша. Бөгөн Континенталь хоккей лигаһының плей-офф ярымфинал серияһының тәүге уйыны үтә (ике команданың ҡаршы тороуы береһенең дүрт еңеүенә тиклем дауам итә).

Көнсығыш конференцияһының иң яҡшы ике командаһы осраша. 2007 йылда Рәсәй суперлигаһының һуңғы чемпионатында (Өфө клубы үҙенең тарихында тәүге тапҡыр чемпион исемен яулағас) ярымфиналда турнир яҙмышы өфөлөләрҙе ҡазанлылар менән осраштырғайны — ул саҡта «Салауат Юлаев» көслөрәк булып сыҡты — 3:1.

Көнбайыш конференцияһында элгәре көн финал старт алды. Эске эштәр министрлығы (МВД) хоккей клубы Балашихала Ярославлдең «Локомотив»ын беренсегә еңде — 3:2 овертаймда.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть