11 декабрь, Йәкшәмбе

02 апрель 2010 йыл, 11:41

Өфөлә Аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө буйынса бөтә Рәсәй кәңәшмәһе башланды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфөлә «Аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө үҫеше: төбәк тәжрибәһе, дәртләндереү механизмдары, энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү» бөтә Рәсәй кәңәшмәһе асылды.

Был мәсьәләнең актуаллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, кәңәшмәне асып, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. Һуңғы йылдарҙа граждандарҙы уңайлы һәм һәр кем һатып алырлыҡ торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса федераль кимәлдә лә, республика кимәлендә лә байтаҡ норматив акттар ҡабул ителгән.  

— Был өлкәлә Башҡортостанда ярайһы тәжрибә тупланған, — тине Раил Сарбаев.- Был эш башланып ҡына торған башҡа субъекттар менән уртаҡлашыр нәмәбеҙ бар.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, Рәсәй Федерацияһы төбәк үҫеше министры Виктор Басаргин, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды – дәүләт корпорацияһының генераль директоры Константин Цицин, Рәсәйҙең 66 субъектынан делегациялар, Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡатнаша.