3 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2010 йыл, 11:20

Мортаза Рәхимов аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө буйынса кәңәшмәлә ҡатнаша

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2 апрелдә Өфөлә Конгресс-холда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «Аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө үҫеше: төбәк тәжрибәһе, дәртләндереү механизмдары, энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү» бөтә Рәсәй кәңәшмәһе эшендә ҡатнаша. Форумды Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды ойоштора.

Кәңәшмәлә Рәсәй Федерацияһы төбәк үҫеше министры Виктор Басаргин, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды – дәүләт корпорацияһының генераль директоры Константин Цицин, Аҙ ҡатлы һәм коттедждар төҙөлөшө милли агентлығы президенты Елена Николаева, Федерация Советы, Дәүләт Думаһы, РФ Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының 65 субъектынан вәкилдәр ҡатнаша.  

Конференцияла Рәсәй Федерацияһы субъекттарының аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө тәжрибәһе, шулай уҡ төҙөлөш тармағы үҫешендә аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшөнөң роле тикшереләсәк. Форумда ҡатнашыусылар йәнә аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө өсөн территорияларҙы комплеслы үҙләштереү, аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөндә коммуналь инфраструктура үҫеше мәсьәләһен ҡараясаҡ. Кәңәшмә сиктәрендә  «Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан икенсеһенә күсереү проблемаһын хәл итеүҙә аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө технологияһын ҡулланыу» темаһына дискуссион клуб ултырышы ойоштороласаҡ.