10 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2010 йыл, 10:54

Башнедра файҙалы ҡаҙылмаларҙың яңы ятҡылыҡтарын аса

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

4 апрелдә билдәләнеүсе Геологтар көнө алдынан БР буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы начальнигы Рәсих Хәмитов Ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡтың йомғаҡлау коллегияһында ҡатнашты. Унда уҙған йылда геологик эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе тикшерелде һәм киләсәккә пландар билдәләнде.  

Башнедра менән 2009 йылда бар финанслау сығанаҡтары иҫәбенән 869 миллион һум суммаға, шул иҫәптән федераль заказ буйынса 12 объектта 118 миллион һумдан ашыуға геологик эҙләнеүҙәр ойошторолған. Рәсих Хәмитов әйтеүенсә, алтын ресурсының күҙалланғанса дөйөм артымы Учалы руда районында Р1 категорияһы буйынса 38,4 тонна тәшкил иткән,  Р2 категорияһы буйынса – 118 тонна. Биш нефть ятҡылығы асылған.

— Биҙәү таштарына, атап әйткәндә, йәшмәгә, республиканың дүрт районында эҙләү эштәре тамамланды, — тине Башнедра башлығы. – Баһалау үткәргәндә йәшмәнең 14 яңы ятҡылығы асыҡланды. Шулай уҡ Саҡмағош районында ер аҫты һыуҙарының тәүлегенә 1,5 мең кубометр дебетлы яңы Николаевка участкаһы табылды.

Тармаҡта үҙенең ауырлыҡтары ла бар. Мәҫәлән, 2009 йылда 17 әҙер аукциондың етәүһе генә үткәрелгән. Был финанс көрсөгө һәм старт хаҡының юғарылығы менән бәйле. Быйылғы йылда 30-ҙан ашыу аукцион планлаштырылған.

Әле Башнедра әүҙем эшмәкәрлеген дауам итә. Бөгөнгө көндә геологик эҙләнеүҙәр эшен бер нисә предприятие үткәрә: базальт сеймалға — «ДИОР» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Учалы һәм Баймаҡ райондарында баҡыр һәм алтынға — «Башкиргеология» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм башҡалар. Ағиҙел ҡалаһында ла ер аҫты һыуҙарын эҙләү буйынса эштәр алып барыла.