4 декабрь, Йәкшәмбе

02 апрель 2010 йыл, 10:08

Өфөлә иҡтисад һәм юриспруденция буйынса республика студент олимпиадалары үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

6-16 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы “Респект” Хоҡуҡ компанияһы менән берлектә етенсегә юридик һәм иҡтисад республика студент олимпиадаларын үткәрә. Юридик олимпиада РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында үтәсәк, ә иҡтисад олимпиадаһы Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы бинаһында ойошторола.

Студенттарҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, юриспруденция һәм иҡтисадта уларҙың белем кимәлен күтәреү, һәләтле йәштәрҙе билдәләү, конкурсанттарға үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинлек биреү, шулай уҡ республиканың кадрҙар потенциалын формалаштырыу олимпиаданың төп маҡсаттары һанала.

Олимпиадаларҙа Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының өс йөҙгә яҡын студенты ҡатнашасаҡ. Жюри составында — юғары уҡыу йорттарының тәжрибәле уҡытыусылары. Жюри рәйестәре булып БР Президенты Хакимиәтенең Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы Альбина Воробьева һәм БР иҡтисади үҫеш министры, иҡтисад фәндәре докторы Евгений Евтушенко сығыш яһай.

Буласаҡ иҡтисадсылар «Финанс-иҡтисади анализ», «Предприятиелар иҡтисады», «Һалым һәм һалым һалыу» номинацияларында мәсьәләләр үтәргә тейеш. Буласаҡ юристарға «Конституцион хоҡуҡ», «Граждандар хоҡуғы», «Енәйәт эштәре тураһында хоҡуҡ фәне» номинацияларында белемдәрен күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Бынан тыш, бар ҡатнашыусылар өсөн "КонсультантПлюс" белешмә-хоҡуҡ системаһын практикала ҡулланыу” номинацияһы мотлаҡ булып ҡала.

Олимпиада еңеүселәре БР Мәғариф министрлығы дипломдары, шулай уҡ “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бүленгән аҡсалата гранттар менән бүләкләнәсәк.  

Биш йыл дауамында олимпиадаларҙа ҡатнашыуға эре коммерция һәм йәмәғәт ойошмалары йәлеп ителеүен билдәләп үтеү мөһим, улар еңеүселәргә уникаль мөмкинлек – үҙенең бүлексәләрендә стажировка үтергә хоҡуҡ бирә. Быйыл олимпиада партнерҙары сифатында "Медиалюкс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Акибанк" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Уралсиб» банкыһы, "АНКОР" кадрҙар холдингы һәм "АТОН" яуплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай.

Команда иҫәбендә еңеүселәр БР Мәғариф министрлығы дипломдары һәм бүләктәр менән билдәләнәсәк. Олимпиадала ҡатнашҡан студенттарҙың барыһы ла сертификат аласаҡ.