9 декабрь, Йома

02 апрель 2010 йыл, 9:44

«Промкооперация. Сәнәғәт заказдары биржаһы. Аутсорсинг-2010» күргәҙмә-форумы

автор: Любовь Колоколова | фото: Ринат Искужин

«Баштехинформ» Республика фәнни-технологик һәм мәғлүмәт комплексы экспоүҙәгендә «Промкооперация. Сәнәғәт заказдары биржаһы. Аутсорсинг-2010» III махсус күргәҙмә-форумы асылды. Уны БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы һәм БР Фәндәр академияһы ярҙамында БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм «Баштехинформ» Республика фәнни-технологик һәм мәғлүмәт комплексы ойошторҙо.

Күргәҙмә-форумдың маҡсаты булып сәнәғәт секторының конкуренцияға һәләтлелеген үҫтереү һәм күтәреү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ потенциалын файҙаланып, производство предприятиеларының үҙ-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеге өсөн шарттар булдырыу тора.

Форумды асыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Алексей Никин, «Баштехинформ» Республика фәнни-технологик һәм мәғлүмәт комплексы генераль директоры Вячеслав Кружков һәм башҡалар ҡатнашты.

Күргәҙмәлә республиканың 20 предприятиеһы үҙ экспозицияларын ҡуйҙы, улар араһында «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы, «Металлокомпенсатор» заводы, «Полиэф», «УЗЭМИК», «Каустик», «Автопласт», «Салауатнефтемаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Ҡурай», «Өфөнефтегазмаш» фәнни-производство предприятиелары һәм башҡалар.

Көндөң беренсе яртыһында Юрий Пустовгаров энергияны һаҡлау, энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм сәнәғәт кооперацияһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә «Субконтрактацияны үҫтереү милли партнерлығы» (Мәскәү) фәнни предприятиеһы президенты Артем Киселев ҡатнашты.