Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Өфө күн-галантерея фабрикаһы яңы миҙгелдә сағыу төҫтәргә өҫтөнлөк бирҙе

Иҡтисад

«Өфө күн-галантерея фабрикаһы» яңы яҙғы-йәйге миҙгелгә һатып алыусыларға сумкаларҙың яңы коллекцияһын тәҡдим итә. Унда – 80-гә яҡын ҡыҙыҡлы модель.

Фабриканың генераль директоры урынбаҫары Зөһрә Йәрмөхәмәтова хәбәр итеүенсә, коллекцияның нигеҙен ҡатын-ҡыҙҙар сумкалары тәшкил итә, әммә ирҙәр өсөн, юл һәм спорт сумкаларының да төрлө яңы төрҙәре бар.

Бөтә моделдәр яһалма күндән һәм еңел материалдан эшләнгән. Улар былтырғыларынан һиҙелерлек айырыла. Сумкалар хәҙер күләмлерәк, уларҙың биҙәлеше лә үҙгәрҙе, яңы декоратив биҙәүестәр өҫтәлде. Эске һәм тышҡы бүлектәре, кеҫәләре лә яңыртылды. Был деталдәр сумкаларҙың тышҡы йөҙөн матурлай һәм уңайлылыҡ та өҫтәй.

— Һәр ваҡыттағыса йәйге коллекцияла асыҡ һәм сағыу төҫтәр өҫтөнлөк итә, — ти  предприятиеның техник контроль бүлеге инженеры Әлфиә Ямалиева. – Сумкаларҙың байтағын ялтырауыҡһыҙ күндән әҙерләнек. Лаклы күн дә моданан сыҡмай.

Әлеге ваҡытта дизайнерҙар көҙгө коллекция өҫтөндә эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть