11 декабрь, Йәкшәмбе

01 апрель 2010 йыл, 16:32

Паспортҡа интернет аша заявка бирергә мөмкин

автор: "Башинформ"

Рәсәйҙең Федераль миграция хеҙмәтенә бөгөнгө көндән алып РФ гражданины һәм сит ил паспортына, шул иҫәптән биометрик паспортҡа ла, ғаризаны интернет аша бирергә мөмкин.

Паспортҡа заявканы рәсәйлеләр gosuslugi.ru дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ебәрә ала. Бының өсөн теркәлергә — пенсион страховкалау таныҡлығы номерын индерергә кәрәк. Артабан һеҙгә электрон хеҙмәт менән ҡулланыу өсөн логин менән пароль тураһында мәғлүмәт киләсәк. Бынан тыш, Федераль миграцион хеҙмәт интернет аша адрес-белешмә мәғлүмәтен дә еткерә.

Федераль миграция хеҙмәте директоры урынбаҫары Екатерина Егорованың әйтеүенсә, "электрон төрҙә анкета һәм фотография ебәрелә, документтарҙың ҡабул ителеүе хаҡында мәғлүмәт килгәс, миграция хеҙмәтенә ике тапҡыр барырға тура киләсәк: тәүҙә дәүләт пошлинаһын түләү тураһында квитанцияны күрһәтеү өсөн, һуңынан паспорт алырға”.

Әммә биометрик паспорттарға фотолар әлегә интернет аша ҡабул ителмәй. "Фотоға төшөү өсөн федераль миграция хеҙмәтенә барырға кәрәк буласаҡ, сөнки бының өсөн махсус ҡорамалдар һәм махсус кабиналар ҡулланыла,” – тип аңлата федераль хеҙмәт директоры урынбаҫары.