3 декабрь, Шәмбе

01 апрель 2010 йыл, 15:58

Өфөлә бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең 14 ярҙамсыһы буласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең 14 йәмәғәт ярҙамсыһы буласаҡ. Тәғәйенләү өсөн уларҙың кандидатуралары Өфө ҡала Советы ултырышында раҫланды.

Ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин билдәләүенсә, тәүҙә Өфөлә бөтәһе туғыҙ йәмәғәт ярҙамсыһы буласаҡ тип күҙалланғайны, ләкин ҡала масштабын һәм алда торған эштәр мөһимлеген иҫәпкә алып, уларҙың һаны 14 кешегә тиклем арттырылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһы республикабыҙҙа күптән түгел барлыҡҡа килде. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары былтыр декабрҙә ярашлы ҡарар ҡабул итте. Ә быйыл ғинуарҙа Башкортостанда бала хоҡуҡтары буйынса беренсе вәкил итеп Лилиә Ғүмәрова һайланды.