10 декабрь, Шәмбе

01 апрель 2010 йыл, 15:38

Өфөнөң «ҡыҙыу пейджер»ы шылтыратыуҙарҙан «ҡыҙа»

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң ҡала хакимиәтенең «ҡыҙыу пейджер»ына шылтыратыуҙар күп. Мартта ҡала халҡынан 185 мөрәжәғәт килгән, февралгә ҡарағанда был өстән бер өлөшкә күберәк.

«Башинформ» агентлығына хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, иң күп шылтыратыу был юлы Калинин районынан булған – район халҡынан 41 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 33-әр мөрәжәғәт ҡаланың Октябрь һәм Совет районына тура килә, Орджоникидзе – 28, Киров – 25, Ленин – 19, Дим районы – 6.

Өфөлөләрҙе ремонт һәм торлаҡ йорттарҙы файҙаланыу мәсьәләһе ныҡ борсой. Был тема оҙайлы ваҡыт дауамында “ҡыҙыу пейджер”ға килгән мөрәжәғәттәр араһында иң йыш осраусы булып ҡала. Икенсе урында актуаллек буйынса -  эҫе һәм һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү сифаты, артабан лифт эше, ихата территорияһын төҙөкләндереү, йәмәғәт транспорты эше һәм юлдар торошо тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө хакимиәтенә мөрәжәғәт ебәреү өсөн 2-770-911 телефоны аша шылтыратып, "Мэрия" абоненты өсөн мәғлүмәт ҡалдырырға кәрәк.  Граждандарҙың мөрәжәғәтен Өфө ҡалаһының  Граждан һаҡлау идаралығының мәғлүмәт-диспетчер үҙәге тикшерә.