11 декабрь, Йәкшәмбе

01 апрель 2010 йыл, 15:30

Республикала 5710 ғаилә әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда әсәлек (ғаилә) капиталына дәүләт сертификаттарының 5710 хужаһы был средстволарҙы торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә кредиттарҙы, шул иҫәптән ипотека ла, ҡаплауға йүнәлтеү тураһында ғариза бирҙе.

Рәсәй  Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәренә ҡарағанда, «Балалары булған ғаиләләргә дәүләт ярҙамы буйынса өҫтәмә саралар тураһында» Федераль  законды тормошҡа ашыра башлағандан алып республикала 78639 икенсе, өсөнсө һәм унан һуңғы балалар тыуыуы теркәлде. Дәүләт сертификаты биреү тураһында ғариза менән 74617 кеше мөрәжәғәт итте. Быйыл өс айҙа ғына 3611 кеше ғариза бирҙе.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, 4783 кешегә аҡса күсерелгән дә.