3 декабрь, Шәмбе

01 апрель 2010 йыл, 14:57

Башҡортостан йәштәре айыҡ фекерләү өсөн көрәшә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында бөгөн «Үҫеп килеүсе быуында айыҡ фекерләү тәрбиәләүҙә йәштәр йәмәғәт ойошмаларының роле» түңәрәк өҫтәле үтәсәк. Был сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, “Әбйәлил йәштәре” төбәк йәмәғәт ойошмаһы, «AvI» видеостудияһы, БР Йәштәр яҡташлыҡ ойошмалары ассоциацияһы ойоштора.

“Әбйәлил йәштәре” төбәк йәмәғәт ойошмаһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,түңәрәк өҫтәлдә видео-режимда Мәскәү, Силәбе һәм Төмәндән Рәсәй айыҡ йәштәр хәрәкәттәре лидерҙары ҡатнашасаҡ. Түңәрәк өҫтәл, беренсе сиратта, йәштәр мөхитендә сәләмәт йәшәү рәүеше һәм эскелекте ҡабул итмәү тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән, ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Рәсәй халыҡтары араһында ысын афәткә әйләнде. Илдә кеше үлтереүҙәрҙең 72 проценты, үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙарҙың – 42, бауыр циррозынан үлеүҙәрҙең – 67,6, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлеүҙәрҙең 26 проценты спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға бәйләнгән. Демографик көрсөк сәбәбе булып та ярайһы уҡ кимәлдә алкоголь ҡулланыу тора.

Түңәрәк өҫтәлдә БР йәштәр хәрәкәттәре лидерҙары, киң мәғлүмәт саралары һәм фәнни берләшмә вәкилдәре әүҙем ҡатнашасаҡ. Сара 19 сәғәттә башлана.

темалар: йәштәр