10 декабрь, Шәмбе

01 апрель 2010 йыл, 14:25

Өфө депутаттары Республика йылына арналған саралар планын раҫланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҡала Советы депутаттары Башҡортостанда иғлан ителгән Республика йылы менән бәйле Өфөлә үткәреләсәк саралар планын раҫланы.

Ҡала Советының гуманитар мәсьәләләр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса даими комиссияһы рәйесе урынбаҫары Гүзәл Ибраһимова хәбәр итеүенсә, ҡалала киң саралар программаһы әҙерләнгән. Мәҫәлән, апрелдә Башҡортостан Республикаһы Президентының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе тураһында йәмәғәт тыңлауҙары үткәреләсәк. Йыл буйына һайлау округтарында һәм Өфө предприятиеларының хеҙмәт коллективтарында граждандарға Мөрәжәғәтнамәнең төп положениеларын аңлатыу буйынса эш алып барыласаҡ. Ҡала Советы тарафынан Өфөлә урындағы үҙидара тарихына һәм уның үҫеш перспективаларына арналған ғилми-ғәмәли конференция ойоштороласаҡ.  

Республика йылына арналған бик күп мәҙәни һәм спорт саралары, ҡала Советы депутаттары етәкселек иткән предприятиелар ҡаҙаныштарын махсус күргәҙмәләрҙә күрһәтеү, хеҙмәт ветерандары һәм ҡаланың белем биреү учреждениелары уҡыусылары менән тематик осрашыуҙар үткәреү планлаштырылған.