4 декабрь, Йәкшәмбе

01 апрель 2010 йыл, 12:13

Тантаналы маршҡа әҙер

автор: Сергей Захаров

Екатеринбургта Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған хәрби парадта ҡатнашасаҡ техниканың механизацияланған колоннаһы парад расчетының тәүге күнекмәһе үтте, тип хәбәр итә Волга буйы – Урал хәрби округының мәғлүмәт менән тәьмин итеү төркөмө.

Күнекмәлә 96 хәрби машина, шулар араһында Т-72 танкылары, пехотаның хәрби машиналары, «Акация» һәм «МСТА-С» үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламалары, «Град» һәм «Ураган» залп менән атыусы реактив системалар, «С-300», «Стрела-10», «Оса» зенит-ракета комплекстары ҡатнашҡан.

Т-34 танкыһы, данлыҡлы “Катюша” — БМ-13 һәм легендар «полуторка» — ГАЗ-АА колоннала абруйлы урын алған. Хәрби парадта улар беренсе киләсәк. Шул уҡ мәлдә тамашасы Бөйөк Ватан һуғышы йылдары техникаһын тәүге тапҡыр күрәсәк – бығаса уларҙың береһе лә парадта ҡатнашмаған.

Механизацияланған коллона парадын үткәреү барышында колоннала хәрәкәт итеүҙе көйләү, дистанция, аралыҡты һаҡлау һәм тиҙлек кеүек элементтар тикшерелгән.