Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Марсель Сәлимов – Халыҡ-ара премия лауреаты

Йәмғиәт

Көлкө көнө алдынан Мәскәүҙән шаярып түгел, ә бик етди күңелле яңылыҡ алдыҡ: башҡорт яҙыусы-сатиригы Марсель Сәлимов Сергей Михалков исемендәге Халыҡ-ара әҙәби премия лауреаты булды. Бындай юғары наградаға яҡташыбыҙ «Кислер Компани» Нәшриәт йорто ярҙамында Яҙыусылар ойошмаларының халыҡ-ара берләшмәһе тарафынан иғлан ителгән «Йылдың иң шәп китабы» конкурсында еңеп сыҡҡаны өсөн лайыҡ булды. «Юмор һәм сатира» номинацияһында Марсель Сәлимовтың былтыр Зәйнәп Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан һайланма әҫәрҙәренең беренсе томы еңеүсе тип танылды. Был йыйынтыҡҡа баш һүҙҙе совет һәм Рәсәй әҙәбиәте классигы Сергей Михалков яҙған: «Мин уҡыусыларҙы күренекле башҡорт яҙыусыһының яңы китабы сығыу шатлығы менән ҡотлайым. «Белым по чёрному» китабына яҙыусының халыҡ яратып ҡабул иткән әҫәрҙәре ингән. Уларҙа автор бөгөнгө тормошто, бер ни йәшермәй, асыҡтан-асыҡ һүрәтләй, йәмғиәтте һәм кешелекте борсоған көнүҙәк етешһеҙлектәрҙе ҡыйыу рәүештә тәнҡитләй».

Мар. Сәлим (уның әҙәби псевдонимы) – Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡазанда башҡорт, рус, татар телдәрендә сығарылған 25 китап авторы. Уның әҫәрҙәре 40-тан ашыу телгә тәржемә ителгән, Рәсәйҙең бик күп баҫмаларында һәм сит илдәрҙә баҫылып сыға. Ул Рус фән һәм сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Әҙәбиәт академияһының ағза-корреспонденты. Әлеге ваҡытта яҙыусы «Башҡорт сатира һәм юмор антологияһы»н төҙөү һәм баҫмаға әҙерләү өҫтөндә эшләй. Бөгөн –  1 апрель – ул, элекке йылдарҙағы кеүек, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә традицион «Көлкө байрамы»нда сығыш яһаясаҡ.

Теги: әҙәбиәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть