Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Башвест» интернет-гәзитенән Евгения Сюткина "Ватан" конкурсында еңде

Йәмғиәт

«Башвест» интернет-гәзите хеҙмәткәре Евгения Сюткина "Ватан” бөтә Рәсәй патриотик журналистика конкурсының "Киләсәккә инвестициялар" номинацияһында еңде. Мәскәүҙә "Журналистикала  ватансылыҡ: хәҙергеһе һәм киләсәк” форумы сиктәрендә конкурс лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Еңеүе өсөн хеҙмәттәшебеҙгә диплом тапшырылды һәм  Мәскәү телевидение һәм радио тапшырыуҙар институтында Рәсәй журналистикаһы йондоҙҙарында мастер-класс үтеүгә мөмкинлек бирелде.

Әйтеп үтәйек, «Ватан» патриотик журналистика конкурсы журналистик этика принциптарына тоғро, ысынбарлыҡҡа конструктив, позитив ҡарашлы, һәр нәмәгә гражданлыҡ мөнәсәбәте булған һәләтле журналистарҙы билдәләүгә йүнәлтелгән.

Евгения Сюткина — Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар ойошмаһы ағзаһы, хәбәрсе һәм интернет-гәзиттең баҫмаға әҙерләүсе мөхәррире вазифаһын башҡарыусы. Ул ике тапҡыр электрон киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында "Һөнәри эшмәкәрлектә рус телен өлгөлө белеүе өсөн” бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, шулай уҡ журналистарҙың республика тематик конкурстарында күп тапҡыр еңеүсе һәм бүләкләнеүсе булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть