Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Уҡытыусы йылы Өфөлә лайыҡлы билдәләнәсәк

Сәйәсәт

Кисә ҡала Советы депутаттары Өфөлә үткәреләсәк Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы йылына арналған сараларҙы ойоштороу мәсьәләһен тикшерҙе.

Гуманитар мәсьәләләр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса ҡала Советының даими комиссияһы рәйесе урынбаҫары Гүзәл Ибраһимованың хәбәр итеүенсә, Уҡытыусы йылы республиканың баш ҡалаһында лайыҡлы билдәләнәсәк.

Августа Өфөлә ҡала һәм район педагогик советтарын үткәреү планлаштырыла, октябрь айында Өфөнөң иң яҡшы мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҡала Советынан наградалар тапшырыу ҡаралған, ноябрҙә Өфө территорияһында “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләһе тикшереләсәк.

— Ҡала Советының рәсми сайтында махсус рубрикала йыл дауамында РФ-ла Уҡытыусы йылына арналған материалдар ҡуйылып барыласаҡ, — тине Гүзәл Ибраһимова. – Өфөнөң байтаҡ белем биреү учреждениеһы яңы ҡорамалдар һатып алыуға һәм ремонт үткәреүгә ярҙам аласаҡ. Ә педагогтар араһында һөнәри оҫталыҡҡа даими конкурстар үткәреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть