Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ағзаһы Әлмира Жукованың вәкәләттәре туҡтатылды

Сәйәсәт

“Мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеүгә йәмәғәт контроле һәм мәжбүри тотоу урындарындағы кешеләргә булышлыҡ итеү тураһында” Федераль закондың 14-се статьяһы 1-се өлөшө 9-сы пункты нигеҙендә, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы cоветы Башҡортостан Республикаһы буйынса йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ағзаһы Жукова Әлмира Рәшит ҡыҙының вәкәләттәрен туҡтатыуҙы кәрәк тип тапты. Ошо мәсьәлә буйынса Рәсәй Йәмәғәт палатаһы cоветы тейешле ҡарар ҡабул итте.

* * *

“Мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеүгә йәмәғәт контроле һәм мәжбүри тотоу урындарындағы кешеләргә булышлыҡ итеү тураһында” Федераль законға ярашлы Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ҡарары менән Рәсәй Федерацияһының 50 субъектында 369 кеше составында йәмәғәт күҙәтеү комиссиялары ойошторолдо. Комиссиялар составына төрлө йәмәғәт берекмәләре, шул иҫәптән төбәк хоҡуҡ яҡлау ойошмаларынан 80 кеше инә.

Йәмәғәт күҙәтеү комиссиялары иректән мәхрүм итеү урындарында кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеүгә йәмәғәт контролен тормошҡа ашырып ҡына ҡалмай, шулай уҡ контроль һөҙөмтәләре буйынса үҙ ҡарарҙарын әҙерләй; мәжбүри тотоу урындарындағы кешеләрҙең законлы хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын, шулай уҡ йәшәү шарттарын тәьмин итеү йәһәтенән йәмәғәт берекмәләренең, мәжбүри тотоу урындары хакимиәттәренең, Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власы органдарының һәм урындағы үҙидараның хеҙмәттәшлегенә булышлыҡ итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть