6 декабрь, Шишәмбе

01 апрель 2010 йыл, 10:02

Еңеү байрамы тураһында бойороҡ

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

31 мартта Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов “2010 йылда Еңеү көнөн байрам итеү тураһында” бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Бойороҡҡа ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәтенә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, республиканың Хәрби комиссариаты һәм һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика Советы менән берлектә 8 һәм 9 майҙа Өфөлә сәскәләр һәм веноктар һалыуҙы, Еңеү паркының мемориаль комплексында Советтар Союзы Геройы, генерал Т.Т. Кусимовтың һәм генерал М.М. Шайморатовтың бюстарын асыу тантанаһын, Конгресс-холда байрам концертын һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡабул итеү тантанаһын, В.И. Ленин исемендәге майҙанда хәрби парад һәм театрлаштырылған тамаша әҙерләргә һәм үткәрергә йөкмәтелде.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Еңеү көнө менән ҡотлау открыткалары әҙерләү һәм тапшырыуҙы ойошторорға ҡушылды.

Ҡала һәм район хакимиәттәренә Хәрби комиссариат бүлектәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советтары, йәмәғәт берекмәләре менән берлектә һәйкәлдәргә һәм обелискыларға веноктар һәм сәскәләр һалыуҙы ойоштороу, тантаналы һәм күмәк мәҙәни саралар үткәреү, Советтар Союзы Геройҙарын, Дан ордены кавалерҙарын, фронтовиктарҙы һәм тыл эшсәндәрен, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындарын тәбрикләүҙе ойошторорға тәҡдим ителде.