3 декабрь, Шәмбе

31 март 2010 йыл, 17:46

Иркутск нефть компанияһының ҙур тендерын «ОЗНА» отто

автор: Эльвира Латипова

«ОЗНА» компанияһы «Иркутск нефть компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҙур тендерында еңде. Конкурс заказы составында өс үҙәктән ҡыуыусы һурҙырғыс менән нефтте тышҡы һурҙырыу станциялары, эске һурҙырыу менән – ике һурҙырғыс, эсәр һыу һәм хужалыҡ өсөн һыу алыусы һурҙырыу станциялары бар.

Ҡорамалдар Ярактинский нефть – газ конденсаты ятҡылығындағы нефтте әҙерләү ҡулайламаһынан алып «Көнсығыш Себер – Тымыҡ океан» торба үткәргесенең 7-се нефть һурҙырыу станцияһына тиклем нефтте транспортлаусы системаға тәғәйенләнгән. Был Иркутск нефть компанияһының 2010 йылдағы төп объекттарының береһе. Көйләү эштәрен «ОЗНА» компанияһының сервис дивизионы белгестәре башҡарасаҡ.

«ОЗНА» Иркутск нефть компанияһы менән тәүгә эшләй. Тендерҙа еңеү «ОЗНА» компанияһына яңы баҙарҙарға сығырға мөмкинлек бирәсәк, тип күҙаллана.