4 декабрь, Йәкшәмбе

31 март 2010 йыл, 17:14

Балаларға өҫтәмә белем биреүгә ҙур иғтибар йүнәлтелә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

— Өфөнөң өҫтәмә белем биреү учреждениеларының күбеһе милли традицияларға эйә, уларҙы һаҡлау муниципаль органдарҙың төп бурысы булып тора, — тип белдерҙе ҡала хакимиәте башлығы эргәһендәге сираттағы кәңәшмәлә мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы начальнигы Исламетдин Мәмбәтов.

Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, баш ҡаланың балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениелары селтәре 15 музыка, ике һынлы сәнғәт һәм өс сәнғәт мәктәбен берләштерә. Уларҙа 20-нән ашыу белгеслек буйынса уҡытыу алып барыла, 1250 педагог эшләй, шуларҙың 70 проценттан ашыуы юғары махсус белемгә эйә.

— Иң мөһиме, юғары әҙерлек кимәле был учреждениеларҙы тамамлаусыларға белемдәрен дауам иттереү мөмкинселеге бирә, — тине Исламетдин Мәмбәтов.

Балаларға өҫтәмә белем биреү институтын үҫтереүҙә ҡала һәм республика күләмендәге төрлө конкурстар, фестивалдәр, күргәҙмәләр үткәреү мөһим роль уйнай, тип иҫәпләй идаралыҡ начальнигы.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 2009 йылда ғына ҡала хакимиәте тарафынан йәш музыканттар конкурсы, В.Тиманова исемендәге V Өфө төбәк йәш  пианистар конкурсы, Бөтә Рәсәй балалар юмористик конкурс-күргәҙмәһе үткәрелгән. Шулай уҡ баш ҡаланың йәш таланттары «Дуҫлыҡ хороводы» асыҡ республика балалар халыҡ хореографияһы фестивалеендә, «Алтын даға» республика балалар фольклор конкурсында, «Хор йәйғоро» конкурсында, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренең концерт программалары ҡала фестивалендә ҡатнашты.

2010 йылда ҡала властары Республика йылына арнап, Ф.И.Шаляпин исемендәге «Дебют» асыҡ ҡала йәш вокалсылар конкурсы үткәрергә планлаштыра.

темалар: мәғариф