6 декабрь, Шишәмбе

31 март 2010 йыл, 16:36

Эшҡыуар Рәсимә Мусинаға алтын орден тапшырылды

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың билдәле эшҡыуары, «Пышка» компаниялары төркөмөн ойоштороусы Рәсимә Мусинаға бәләкәй һәм урта бизнес етәкселәренең «Волга буйы, Урал һәм Себер алтын фонды» Урал төбәк-ара конгресында алтын орден тапшырылды. Шулай итеп уның хәҙерге туҡланыу индустрияһындағы, төбәк брендын күтәреүҙәге һәм ил территорияһына алдынғы тәжрибәһен таратыуҙағы ҡаҙаныштары билдәләнде.

«Перспектива» төбәк үҫеше фонды ойошторған бизнес-конгресс Екатеринбургта үтте. Бизнес, йәмғиәт һәм власть органдарының конструктив хеҙмәттәшлеге ярҙамында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә уңайлы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итеү, һөҙөмтәле предприятие етәкселәренең ҡаҙаныштарын билдәләү был форумдың төп маҡсаты булып тора.

Конгресс эшендә республиканан эшҡыуарҙарҙың ҙур төркөмө ҡатнашты, улар араһында ла төрлө дәрәжәләге наградаларға лайыҡ булғандар бар.  

Өҫтәп китәйек, «Волга буйы, Урал һәм Себер алтын фонды» конгресы РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм «Рәсәй терәге» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында үткәрелә.

темалар: эшҡыуарлыҡ