9 декабрь, Йома

31 март 2010 йыл, 15:45

Ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар инвестицион проекттарҙы тотҡарлай

автор: Эльвира Латипова

Республиканың ҡайһы бер предприятиеларында инвестицион проекттарҙың тотҡарланыуын белгестәр уларҙың ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән кредиттар иҫәбенә финансланыуы менән аңлата.  

— Кредиттар баланста ҡыҫҡа ваҡытлы, тип билдәләнгән, ләкин улар аҡса әйләнешен тулыландырыу өсөн түгел, ә инвестицияларҙы финанслау өсөн алынған,  — тип аңлата механизмды БР Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов. – Йәғни формаль рәүештә кредит ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән, ләкин был кредит менән алмаштырылған үҙҙәренең средстволары инвестицион проектты финанслауға йүнәлтелгән. Шулай итеп, отчет буйынса (ҡағыҙҙа) предприятие проектты үҙ аҡсаһына финанслай, ә ысынында – ҡыҫҡа ваҡытлы кредит иҫәбенә.

Финанс көрсөгө арҡаһында банктар кредитлау шарттарын ҡәтғиләштерҙе, ә “инвестицион” ҡыҫҡа ваҡытлы кредит алған предприятиелар быға әҙер булмай сыҡты. Уның һөҙөмтәһендә бер нисә предприятиеларҙа инвестпроекттар туҡтатылды.