Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Мәләүез һөт-консерва комбинаты «Һөт уңышы-2010» конкурсы Гран-прийын яуланы

Иҡтисад

Мәскәүҙә «Һөт индустрияһы-2010» VIII Халыҡ-ара форумы үтте. Башҡортостандан абруйлы тармаҡ форумында  дүрт предприятие: «Мәләүез һөт-консерва комбинаты», «Аллат» ябыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Бәләбәй һөт комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡатнашты.

Республика предприятиелары продукцияһы тағы бер тапҡыр үҙенең юғары сифатын иҫбатланы.

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Һөт уңышы – 2010» дегустация  конкурсы Гран-прийына «Мәләүез һөт-консерва комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҡоро һөт өҫтө лайыҡ булды. «Ҡорот» милли продукты алтын миҙал менән билдәләнде.

"Бәләбәй һөт комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Мәрмәр Бәләбәй сыры 45%» өсөн көмөш миҙал алды. Ә Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты бер юлы өс алтын миҙал алыуға өлгәште — ҡоро һөт, «Крәҫтиән» майы, «Адыгей» сыры өсөн.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть