Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Эш йәштәргә!» республика акцияһы үтәсәк

Йәмғиәт

1 апрелдә Нефтселәр Мәҙәниәт һарайы фойеһында «Эш йәштәргә!» республика йәштәр акцияһы үтәсәк. Ул Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәре программаһы сиктәрендә ойошторолған. Уны ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, «Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы.

Акция йәштәрҙең хеҙмәт башланғыстарын әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән. Был йәш кеше өсөн ваҡытлыса һәм даими эш табыу, шулай уҡ үҙеңде төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарау мөмкинлеге лә. Предприятиелар, кадрҙар агентлыҡтары, учреждениелар һәм бөтә милекселек формаһындағы ойошмалар үҙ вакансияларын тәҡдим итәсәк.

Сарала бушлай консультациялар ҙа ойоштороласаҡ. Ошонда уҡ йәш граждандарға Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге белгестәре һөнәр һайлауҙа йүнәлеш бирәсәк, эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса юридик консультация үткәрәсәк.

«Эш йәштәргә!» йәштәр акцияһын Өфөлә асҡандан һуң ул республика ҡалаларында һәм райондарында дауам иттереләсәк.

Теги: йәштәр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть