Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.71 ↓

EUR 63.36 ↑

30 май, Шишәмбе

Уфа   °

Иҡтисад институты директоры урынбаҫары Дмитрий Сорокин менән осрашыу

Сәйәсәт

31 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Фәндәр академияһының Иҡтисад институты директорының беренсе урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Дмитрий Сорокин менән эш осрашыуы үткәрҙе. Өфөгә ул Рәсәй Ирекле иҡтисад йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе конференцияһында ҡатнашыу өсөн килгән.

Осрашыуҙа республиканың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре тикшерелде, иҡтисад өлкәһендәге ғилми эшкәртмәләрҙе дәүләт власы һәм граждандар йәмғиәте институттарының ғәмәли эшмәкәрлегенә индереү буйынса саралар ҡаралды.

Дмитрий Сорокин республика Президентын Рәсәй Ирекле иҡтисад йәмғиәтенең (ул уның идара ағзаһы булып тора) эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Дмитрий Сорокин әйтеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ярҙамында фән һәм мәғариф системаһының ҡеүәтен берләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйған фәнни-мәғариф консорциумы төҙөргә планлаштырыла. Ул шулай уҡ Рәсәй Фәндәр академияһы Иҡтисад институтының Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы менән берлектә тормошҡа ашырырға планлаштырылған проекттары тураһында һөйләне.

Мортаза Рәхимов осрашыуҙа телгә алынған башланғыстарҙы ыңғай баһаланы һәм Башҡортостандың иҡтисадын артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән тәҡдимдәрҙе яҡларға әҙер булыуын билдәләне.

Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры Александр Дегтярев ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть