Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Халыҡ-ара ҡоштар көнөнә яңы сыйырсыҡ оялары әҙерләнә

Йәмғиәт

Кесе йома, 1 апрелдә, Халыҡ-ара ҡоштар көнө билдәләнә. Башҡортостанда был ваҡиғаны иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар. Йыл һайын экологик-биологик үҙәктәрҙә тәрбиәләнеүселәр республика территорияһында сыйырсыҡ оялары яһап эләләр. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был акцияға балалар алдан әҙерләнә. Сыйырсыҡ ояларының күбеһе ҡыш уҡ, мәҫәлән, мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә, эшләнә.

— Изге акцияның үҙ ҡағиҙәләре бар, — ти министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте вәкиле Гөлназ Әлмөхәмәтова. – Ҡайһы бер балалар, сыйырсыҡ ояларын ғәҙәттән тыш формала яһап һәм сағыу төҫтәргә буяп, был мәсьәләгә сиктән тыш ижади ҡарай. Ә былар барыһы ла ҡоштарҙы өркөтә генә. Шуға күрә ҡош ояларын яһағанда артыҡ фәстереү кәрәкмәй.

Сыйырсыҡтар һәм ҡара ҡарғалар килеүе апрель баштарында көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть