9 декабрь, Йома

31 март 2010 йыл, 11:09

Рәфис Иҙрисов фестивалдең иң яҡшы бейеүсеһе тип танылды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостандан йәш бейеүсе Рәфис Иҙрисов Кабардин-Балҡарҙа үткән «Алтын Майҙан» халыҡ-ара этник сәнғәт фестиваленең беренсе премияһына лайыҡ булды. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «БЮТ» телеканалы хәбәр итеүенсә, фестивалдә йәш бейеүсе – республиканың Баймаҡ районында тыуып үҫкән үҫмер — жюри ағзаларының барыһын да, иң элек, уның рәйесе Бисер Кировты хайран ҡалдырҙы.

Башҡорт бейеүсеһенең ярышташтары Украинанан, Хакасиянан, Ҡырғыҙстандан, Дағстандан, Эстониянан, Ҡаҙағстандан бик һәләтле һәм яҡшы әҙерлекле бейеүселәр булды. Ләкин был жюри ҡарарына тәьҫир итмәне. Рәфис буй еткеһеҙ кимәлдә булды. Уның «Еҙ үксә» һәм «Рекрут» бейеүҙәрен көслө алҡыштар менән оҙаттылар.

Шуны ла әйтергә кәрәк, республикабыҙҙа Рәфис Иҙрисов Башҡортостан Президенты призына «Байыҡ – 2009» беренсе балалар башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсында еңеүсе булараҡ яҡшы билдәле. Бынан тыш, ул үҙе уҡыған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатының «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбле солисы ла, бында ул туғыҙынсы класта уҡый.

«Алтын Майҙан» фестивале 22 — 28 мартта Эльбрус тауы итәгендә үтте һәм үҙ эсенә вокал, фольклор, бейеү сәнғәте буйынса ярыштарҙы индерҙе. Унда Рәсәйҙең бөтә мөйөштәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 300 вәкил ҡатнашты.

темалар: фестивалдәр