Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Төньяҡ Осетия башҡорттары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләнә

Сәйәсәт

Владикавказда, Республика Дуҫлыҡ йортонда Салауат Юлаев исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни йәмғиәтенең ултырышы үтте, унда III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек барышы тикшерелде. Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, БР Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси тикшереүҙәр институты директоры Рим Вәлиәхмәтов ҡатнашты. Төньяҡ Осетия башҡорттары тормошо хаҡында, йәштәрҙе Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында уҡытыу, башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеү тураһында конструктив, фәһемле һөйләшеү үтте.

Ултырышта Төнъяҡ Осетия башҡорттарынан быйыл июндә Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара форумға вәкил булып профессор Роберт Ғәниев барасаҡ, тигән ҡарар ҡабул ителде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҡунаҡ сифатында Төньяҡ Осетия Республикаһы эске эштәр министры саҡырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть