9 декабрь, Йома

31 март 2010 йыл, 10:32

Тәлғәт Тажетдин: терактҡа исламда аҡлау юҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Мәскәү метрополитенының «Лубянка» һәм «Мәҙәниәт паркы» станцияларындағы шартлауға ислам күҙлегенән бер ниндәй аҡлау юҡ. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе мөфтөй Тәлғәт Тажетдин был фажиғәгә ҡарата үҙенең ошондай фекерен белдерҙе.

— Иманым камил, бындай енәйәт донъяның башҡа бер динендә лә аҡлау тапмаясаҡ, — тине ул. – Һис шикһеҙ, теракт бер төркөм енәйәтселәр тарафынан махсус рәүештә күп милләтле халҡыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнгән көндәрҙә яһалған. Бындай вәхшилек акттары Рәсәйҙә генә түгел, донъяның башҡа илдәрендә лә булып тора. Уларҙы ысын мәғәнәһендә кешелек афәте тип атарға мөмкин. Беҙҙә, Рәсәй мосолмандарында, бигерәк тә был енәйәттәрҙең ислам идеологияһы аҫтына йәшеренеп яһалыуы нәфрәт уята. Элек-электән Рәсәйҙә мосолмандар менән христиандар араһында бер ниндәй ҡаршылыҡ булғаны юҡ. Беҙ үҙ-ара татыу, тыныс йәшәйбеҙ. Беҙҙең дәүләтебеҙ берҙәм, ә төрлө конфессиялар вәкилдәре бер-береһен ихтирам итә һәм бер-береһенә ышана. Бөгөн бер төркөм бандиттар был тыныслыҡты боҙорға теләй. Һәм беҙ быға юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ.