10 декабрь, Шәмбе

31 март 2010 йыл, 10:29

Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин: теракт –бандиттар эше, мосолмандарҙыҡы түгел

автор: Евгений Рәхимҡолов

Мәскәү метроһының «Лубянка» һәм «Мәҙәниәт паркы-радиальная» станцияларындағы шартлауҙар — бандиттар эше, мосолмандарҙыҡы түгел. Шундай фекерен белдерҙе «Башинформ» агентлығына комментарийында Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин.

— Мин был ваҡиғаларҙы дини кеше күҙлегенән сығып баһалайым һәм, әлбиттә, был вәхшилеккә бер ниндәй ҙә аҡлау тапмайым, — тине ул.  – Ләкин дингә ҡатнашлығы булмаған ябай кеше күҙлегенән сығып ҡарағанда ла, бындай енәйәтте бер нисек тә аңлатып булмай.  Енәйәтселәрҙең ислам менән ышыҡланыуы асыу тыуҙыра, ислам дине бер ҡасан да аҡламаны һәм аҡламаясаҡ бындай вәхшилекте. Барыбыҙға ла Аллаһы Тәғәлә ғүмер биргән, һәм берәүҙең дә уны тартып алыуға хоҡуғы юҡ. Аллаһы Тәғәлә менән шул рәүешле беҙгә Ватаныбыҙ ҙа бирелгән. Илебеҙҙәге бар конфессиялар ҙа быуаттар буйына үҙ-ара уртаҡ тел тапҡан. Кемдеңдер был тыныслыҡты боҙоуына юл ҡуйырға ярамай.