10 декабрь, Шәмбе

31 март 2010 йыл, 10:03

8 - 10 майҙа алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа билет хаҡына 50 процент ташлама яһала

автор: Любовь Колоколова

8 — 10 майҙа “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең алыҫ араға йөрөүсе поездар пассажирҙарына тарифтарҙың уртаса йыллыҡ кимәленә ҡарата билет хаҡына 50 процент ташлама яһаласаҡ.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам иткән көндәрҙә – 8-10 майҙа – Рәсәй тимер юлдарының Рәсәй Федерацияһы сиктәрендә алыҫ араға йөрөүсе поездарында йөрөүгә уртаса йыллыҡ тарифҡа 0,5 кәметеү коэффициенты ҡулланыласаҡ. Йәғни йөрөү хаҡына тарифтар 50 процентҡа кәметеләсәк. Вагондарҙың бөтә типтарына: плацкарт, купе һәм СВ (урын-ер әйберенең хаҡын иҫәпкә алмайынса) – билетты ярты хаҡына һатып алып буласаҡ.

8-10 майға билеттар һатыла башланы ла инде.