3 декабрь, Шәмбе

31 март 2010 йыл, 10:02

Башҡортостан мушкетерҙары Ҡояшлы Баҡыға юллана

автор: Дмитрий Слезин

Йома, 2 апрелдә, Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла юниорҙар һәм кадеттар араһында фехтование буйынса донъя чемпионаты башлана.  

Рәсәй йыйылма командаһы данын 38 йәш фехтовальщик яҡлаясаҡ. Беҙҙең команда өс ҡорал төрөндә — рапира, ҡылыс һәм шпагала ла алышҡа сыға.  

Йыйылма командала алты Башҡортостан вәкиле бар, барыһы ла рапирала.  

Улар Кирилл Личагин, Роман Куц, Тимур Арсланов һәм Никита Нагаев, шулай уҡ Анастасия Иванова һәм Аделина Заһиҙуллина.