4 декабрь, Йәкшәмбе

31 март 2010 йыл, 9:16

Салауат Ғәлин вафат булды

автор: "Башинформ"

Башҡортостандың мәғариф системаһы ауыр юғалтыу кисерҙе. 29 мартта БР мәғарифты үҫтереү институтының донъя һәм милли мәҙәниәт кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор, РФ Гуманитар фәндәр академияһы академигы Салауат Әхмәҙиә улы Ғәлин 77-се йәшендә вафат булды.

Салауат Ғәлин 1934 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр (1962 — 1970), Стәрлетамаҡ дәүләт  педагогия институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, ғилми эш буйынса проректор (1970 — 1987) булып эшләй. 1988 йылдан — Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәре квалификацияһын күтәреү институтында туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире.

Салауат Ғәлиндың иң уңышлы ғилми-педагогик эшмәкәрлек осоро Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында эшләгән йылдарына тура килә. Бында Салауат Әхмәҙиә улы ғилми-педагогик йәмәғәтселектә юғары абруй һәм танылыу яулаған төп ғалим-педагогтарҙың, республикалағы фән һәм мәғарифты ойоштороусыларҙың береһенә әүерелә.

Уның ғилми эштәре башҡорт фольклористикаһы тарихына, фольклорҙың шиғри жанрҙарына арнала. Ул 400-гә яҡын ғилми, фәнни методик баҫма, шул иҫәптән 20-нән ашыу китап, монографиялар, дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн Башҡортостан мәҙәниәте буйынса дәреслектәр (V — X кластар), юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт фольклоры буйынса уҡыу ҡулланмалары һәм программалар авторы, “Башҡорт халыҡ ижады” күп томлы йыйынтығын төҙөүсе, уның яуаплы мөхәррире һәм редколлегия ағзаһы. Һуңғы тиҫтә йылда уның “Тел асҡысы – халыҡта”, “Тарих һәм халыҡ шиғриәте”, “Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады” кеүек фундаменталь тикшеренеүҙәре донъя күрә. БР Мәғариф министрлығы тарафынан әҙерләнгән һәм сығарылған “Башҡортостан мәҙәниәте” электрон дәреслеге Парижда БМО-ның ЮНЕСКО сайтында урынлаштырылған.

С.Ә. Ғәлиндың хеҙмәттәре башҡорт фольклористикаһы һәм әҙәбиәте ғилемен үҫтереүгә, ошо фәндәрҙе мәктәптә һәм юғары уҡыу йорттарында уҡытыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Уның етәкселегендә һәм әүҙем ҡатнашлығында илдең күп кенә төбәктәрендә башҡорт теле уҡытыусыларын әҙерләү буйынса ҙур эш ойошторола.

Дөйөм һәм профессиональ белемде үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн Салауат Әхмәҙиә улы Ғәлинға “БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре”, “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы” тигән юғары исемдәр бирелә. Ул Ғ. Сәләм исемендәге Башҡортостан комсомолы премияһы, РФ Хөкүмәте премияһы лауреаты исемдәренә лайыҡ була. 1998 йылда Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһының дөйөм йыйылышы ҡарары менән С.Ә. Ғәлинға ошо академияның мөхбир ағзаһы (академигы) исеме бирелә.

Ул сиктән тыш тырышлығы, һайлаған һөнәренә тоғролоғо, принципиаллеге, ихласлығы, баҫалҡылығы һәм кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбәте менән һәр саҡ айырылып торҙо.

Талантлы ғалим-педагог, етәксе, ихлас һәм һоҡланғыс кеше Салауат Әхмәҙиә улы Ғәлин хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Некрологка Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡул ҡуйған.

темалар: хәтер