8 декабрь, Кесе йома

30 март 2010 йыл, 16:50

Мәскәү метрополитенында теракт һөҙөмтәһендә Белорет кешеһе зыян күргән

автор: Елена Макушина

Мәскәү метроһында террористик акт һөҙөмтәһендә Белореттан Артур Ғәйфуллин зыян күрҙе.

Артур ятҡан Боткин исемендәге ҡала клиник дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, уның хәлен табиптар ҡәнәғәтләнерлек тип баһалай.

«Ҡазаға тарыусыларҙың барыһы ла дауахананың 22-се бүлексәһенә килтерелде, бында уларға кәрәкле ярҙам күрһәтелә», — тинеләр клиникала.

20 йәшлек Артур Ғәйфуллин Долгопрудный ҡалаһының физика-технология институтында өсөнсө курста уҡый. Әлеге ваҡытта атаһы уның эргәһендә.

Белорет районы хакимиәтендә, Артур ярсыҡ менән яраланған, әммә хәҙер уның ғүмеренә бер нәмә лә янамай, тип хәбәр иттеләр.

«Реанимация бүлегенән ул дөйөм палатаға күсерелгән дә инде», — тине район хакимиәте вәкиле Азамат Фәхретдинов.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда ла хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде. БР буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән, тимер юл вокзалында һәм станцияларында, автовокзалдарҙа, аэропортта хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре патруллек итә, тип хәбәр иттеләр.