11 декабрь, Йәкшәмбе

30 март 2010 йыл, 16:23

Яҙғы ташҡынға әҙерлек

автор: Ғәлиә Нәбиева

Йылғалар асылыу һәм боҙ китеү Ағиҙелдә – 6 апрелдән 12-һенә тиклем, Ҡариҙелдә – 5 — 11 апрелдә һәм Дим йылғаһында 9 — 15 апрелдә көтөлә. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса (әлеге ваҡытҡа), ташҡын осоронда һыу кимәленең иң юғары күтәрелеүе Димдә (Бочкарево һыу үлсәү посы) – 600-700 сантиметр, Ҡариҙелдә (Шаҡша һыу үлсәү посы) – 690-790, Ағиҙелдә (Өфө һыу үлсәү посы) 650-750 сантиметр булыуы көтөлә. Был мәғлүмәттәрҙе бөгөнгө мэриялағы матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ирек Ялалов килтерҙе.

Дөйөм алғанда, ҡала буйынса һыу баҫыу ихтималлығы зонаһында 23 урам, 460 кеше йәшәгән 169 торлаҡ йорт, 13 иҡтисад объекты ҡалыуы мөмкин.

Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала һыу баҫыу зонаһында урынлашҡан ойошмалар базаһында 36 ташҡынға ҡаршы штаб төҙөлдө һәм эшләй башланы, шулай уҡ 5353 кешене һыйҙырырлыҡ 58 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторолдо.

Ашығыс ярҙам көстәре һәм саралары әҙерләнде. Был Өфөнөң авария-ҡотҡарыу отряды, халыҡты ташыу төркөмдәре, һыу килтереү төркөмдәре — бөтәһе 72 кешенән торған шәхси состав, 27 техника берәмеге һәм 23 йөҙөү сараһы берәмеге.

Ҡотҡарыу постарының дежур итеүсе сменалар составы дипломлы табиптар менән тулыландырыласаҡ. Янғын һүндереүселәрҙең дежур итеүен ойоштороу планлаштырыла.

Ташҡын осоронда ҡотҡарыу эштәре үткәрергә кәрәк була ҡалһа, ҡала округының территориаль звеноһы көстәре һәм саралары йәлеп ителәсәк. Былар 4357 кешенән торған шәхси состав һәм 1063 техника берәмеге менән 224 формирование, уларға ҡотҡарыу төркөмдәре һәм иҡтисад объекттары звенолары, йәмәғәт тәртибен һаҡлау көстәре, медицина һәм янғын хеҙмәте формированиелары инә.

темалар: ташҡын