5 декабрь, Дүшәмбе

30 март 2010 йыл, 15:25

Башҡортостанда сәсеү майҙандары структураһы үҙгәртелде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республика игенселәре сәсеү майҙандары структураһын үҙәртте. БР Ауыл хужалығы министрлығының прогрессив үҫемлекселек технологиялары һәм мелиорация бүлегенең баш агрономы Таһирйән Мөхәмәтзиев һөйләүенсә, баҙарҙа талап ителгән культуралар майҙандарын арттырыу файҙаһына төҙәтмәләр индерелде. Атап әйткәндә, кукуруз майҙандары 30 мең гектарға артасаҡ. Шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәре 10 мең гектарға артасаҡ һәм республика буйынса дөйөм алғанда 65 мең гектар тәшкил итәсәк. Бынан тыш, көнбағыш һәм ҡарабойҙай сәсеүлектәре артасаҡ. Был культуралар менән шөғөлләнеү шуныһы менән файҙалы: уларҙы үҫтереүгә ауыл халҡы орлоҡ һәм ашламалар һатып алыуға субсидиялар ала.

Мал аҙығы культуралары баҫыуҙары 42 мең гектарға артасаҡ. Был мал иҫәбенең артыуы һәм мул мал аҙығы запасы булдырыу зарурлығы менән дә бәйләнгән.  

Агрономия хеҙмәте белгестәре ужым культураларының һаҡланыуын аныҡланы. Туңыуҙан сәсеүлектәрҙең һәләк булыуы 15 процент тәшкил итте. Синоптиктар күҙаллауынса, ҡар баҫыуҙарҙа оҙаҡ ятмаясаҡ һәм сәсеүлектәрҙең сереп һәм күгәреп юҡҡа сығыуы көтөлмәй.

Республика аграрийҙары алдағы сәсеү кампанияһына орлоҡтар менән тәьмин ителгән. Хәҙер сорттарҙы яңыртыу тамамлана.

Хәҙер эш игенселәрҙән тора. Был көндәрҙә уҙғарылған район агрономик конференцияларында ауыл эшсәндәре алдына яҙғы сәсеүҙе сифатлы итеп һәм ҡыҫҡа ваҡытта үткәреү бурысы ҡуйыла.