Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 68.27 ↑

20 июль, Кесе йома

Уфа   °

«Башкортостан Республикаһының ун иң яҡшы инновацион идеяһы» конкурсы

Иҡтисад

«Башҡортостан Республикаһының ун иң яҡшы инновацион идеяһы» республика инновацион проекттар конкурсында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү башланды. Ул республика Президентының 2007 йылдың 30 декабрендәге Указы менән раҫланған 2008-2010 йылдарға Республика маҡсатлы инновацион программаһына ярашлы үткәрелә.

Конкурсты ойоштороусы – БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы (хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, министрлыҡ әле үҙгәртеп ҡорола).

Конкурстың маҡсаттары: Башҡортостан иҡтисадына яңы перспективалы технологияларҙы индереү, инновацион производстволарҙы үҫтереү, республика тауар етештереүселәре продукцияһының конкуренцияға һәләтлелеген күтәреү, яңы продукция үҙләштереү һәм уны баҙарға сығарыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын республиканың инновацион үҫеш проблемаларын хәл итеүгә йәлеп итеү.

Шулай итеп, конкурста бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары ла ҡатнаша ала. Конкурс комиссияһы ун еңеүсене билдәләйәсәк, уларға дипломдар тапшырыласаҡ һәм субсидия биреләсәк. Конкурста бер еңеүсегә субсидия суммаһы 150 мең һумдан ашмай.

Бөтә ентекле мәғлүмәттәр – www.minpromrb.ru сайтындағы "Башҡортостан Республикаһының инновацион эшмәкәрлеге" бүлегенең "Конкурстар" өлөшөндә.

Документтар 24 мартта ҡабул ителә башланы һәм 90 көн буйына барасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть