3 декабрь, Шәмбе

30 март 2010 йыл, 13:40

Тимер юлда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса саралар көсәйтелгән

автор: Любовь Колоколова

Мәскәүҙәге метро станцияһындағы фажиғәле ваҡиғалар менән бәйле Куйбышев тимер юлында тимер юл транспорты объекттарында антитеррористик һаҡты көсәйтеү буйынса өҫтәмә саралар күрелгән.  

Куйбышев магистраленең Башҡортостан бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, пассажирҙар һәм йөк ташыуҙа хәүефһеҙлек саралары арттырылған. Өфө станцияһы вокзалында нарядҡа сығыусы Өфө эске эштәр линия идаралығы хеҙмәткәрҙәренең иҫәбе арттырылған. Биналар һәм хәрәкәт итеүсе состав шартлатҡыс матдәләргә тикшерелә. Тимер юлсылар территориаль хоҡуҡ һаҡлау органдары, Өфө тимер юлды һаҡлау буйынса ведомство отряды, шәхси һаҡ предприятиелары менән берлектә тимер юл транспорты хәрәкәтен тәьмин итеүсе мөһим объекттарҙа үткәреү режимын һәм һаҡты көсәйтеүгә өҫтәмә сараһын күрә.   Уларға күперҙәр, тоннелдәр, электр үҙәкләштереү постары һәм башҡалар инә.

Машинист һәм уларҙың ярҙамсыларына юлға сығыр алдынан иғтибарлыраҡ булыу кәрәклеген иҫкәртәләр. Мәҫәлән, юлдарҙа ят әйбер осрағанда был турала станция буйынса дежурҙа торған хеҙмәткәргә һәм диспетчерҙарға кисектермәйенсә хәбәр итеү мөһим. Ошондай уҡ инструкцияны “Өфө” пассажир вагон депоһы һәм  "Баштранспригород" предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре лә алған.

Станция биләмәләрендә хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеүгә контроль артҡан. Тимер юл зонаһында сит-ят кешеләр булыуға айырыуса иғтибар бирелә. Пассажирҙар ҙа иғтибарлы һәм һаҡ булыу кәрәклеге тураһында иҫкәртелә.