Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә ветерандар өсөн 72 фатир ремонтланды

Сәйәсәт

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һәм уларға тиңләштерелгән кешеләрҙең торлаҡтарын ремонтлау әүҙем бара. Шулай ҙа ҡайһы бер райондарҙа был эш һүлпән ҡуйылған. Бөгөн Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев ошо турала хәбәр итте.

— Дөйөм алғанда, май башына тиклем 251 фатирҙа ремонтты тамамларға кәрәк, — тине ул. – Әлеге ваҡытҡа 72-һе ремонтланған. Был фатирҙарҙың 50-һе ҡаланың Совет һәм Орджоникидзе райондарына тура килә. Ҡалғандарында иһә ремонт бик аҡрын алып барыла.

Павел Качкаев ҡаланың район хакимиәттәре башлыҡтарына, ветерандарҙың бөтә фатирҙарында ремонт Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү башланғанға тиклем тамамланырға тейеш, тигән бурыс ҡуйҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть