Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Торлаҡтың арзан булыуы мөһим

Иҡтисад

Өфөлә 2 апрелдә үтәсәк аҙ ҡатлы төҙөлөш буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе тармаҡтың иң мөһим мәсьәләләрен күтәрәсәк. Уларҙың күптәренә Башҡортостанда тормошҡа ашырылған «Үҙ йортом» республика программаһы яуап бирә. Бөгөн ул торлаҡ проблемаһын хәл итеүҙең иң талап ителгән һәм арзан ысулдарының береһе булып тора.

Күпләп аҙ ҡатлы төҙөлөштө ойоштороу өсөн төҙөлөштөң түбән үҙҡиммәтен тәьмин итергә кәрәк. Был төп шарт. «Үҙ йортом» программаһы тәҡдим ителгән йорттарҙа бер квадрат метрҙың хаҡы ни бары 8-12 мең һум тәшкил итеүе менән иғтибарға лайыҡ та инде. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә Башҡортостан тәжрибәһенә ҙур ҡыҙыҡһыныу тап ошо ылыҡтырғыс һандар менән аңлатыла ла.

Бындай аҙ ҡатлы ҡасабаларҙа типовой йорт уртаса 600-800 мең һум тора. Ҡиммәтерәк проекттар буйынса хаҡ 1,2 миллион һумға тиклем барып етергә мөмкин. Бөгөн Өфө эргәһендә «Үҙ йортом» программаһы буйынса Шамонин, Дорогин Жуков ҡасабалары төҙөлә. Уларҙың һәр береһе өсөн үҙ төҙөлөш проекты эшләнгән. Урал проект-төҙөлөш компанияһының техник директоры Булат Хәйруллин хәбәр итеүенсә, Әлкә һәм Зубов ҡасабалары өсөн тағы ике вариант эшкәртелә. Был программа өсөн йорттар проектын Өфө фирмаһы төҙөй. Ҡасабалар проекттары бер-береһенән бик аҙ ғына айырыла.

— Йорт типтары – етәү. Уларҙың һәр береһенең, үҙ сиратында, планлаштырыу варианттары төрлө, — ти Булат Хәйруллин. – Дөйөм алғанда, улар оҡшаш. Айырмаһы, башлыса, материалдарҙа. Йорттарҙың майҙандары төрлө: 54, 62, 72 һәм 90 квадрат метр.

Республика программала ҡатнашыусыға финанс менән ряҙам итә: уға йыллыҡ һигеҙ процент менән биш йылға 300 мең һум күләмендә займ бирелә. Сумманың ҡалған өлөшөн буласаҡ өй туйлаусы үҙе индерергә тейеш. Бынан тыш, республика ҡасабаларҙың инженер һәм инфраструктура тәьминәтен тулыһынса үҙенә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть