4 декабрь, Йәкшәмбе

30 март 2010 йыл, 11:50

Өфөлә территорияларҙы санитар таҙартыу буйынса айлыҡ башлана

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ҡала территорияһын санитар таҙартыу буйынса айлыҡ Өфөлә ғәҙәттәгесә 3 апрелдә старт ала. Тейешле ҡарарға элгәре көн ҡул ҡуйылған. Был турала бөгөн Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Айлыҡ 23 майға тиклем дауам итә. Был арала ике дөйөм ҡала субботнигын ойштороу ҡаралған  – 24 апрелдә һәм 15 майҙа. Оҙайлы ҡыштан һуң ҡаланы төҙөкләндереү менән төрлө ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре, студенттар, мәктәп уҡыусылары шөғөлләнәсәк.

— Эштәрҙең төп өлөшөн май башына тиклем башҡарып сығыу мөһим, — тине Павел Качкаев, — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына ҡала йыйыштырылған, таҙа булырға тейеш.

Айлыҡ сиктәрендә ҡала юлдарына ремонт та башҡарыласаҡ. Әйтергә кәрәк, быйыл, Павел Качкев әйтеүенсә, финанс ауырлыҡтар менән бәйле Өфөлә юлдарға капиталь ремонт планлаштырылмай, һәм юл-эксплуатацион хеҙмәттәргә юл япмаһы ныҡ зарарланған урындарҙа “соҡор” ремонтын үткәреү кәңәш ителгән.

— Шул уҡ мәлдә бындай эштәрҙе башҡарыу сифатына етди иғтибар биреләсәк, — тине Павел Качкаев. – Эҫе асфальтты һыуға һалыу осраҡтары булырға тейеш түгел.