Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө коляскалағы мушкетерҙар турнирын ҡабул итә

Йәмғиәт

2 — 4 апрелдә Өфөлә, Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә, терәк-хәрәкәт аппараты имгәнгән спортсылар араһында коляскала фехтование буйынса бөтә Рәсәй турниры үтәсәк.  

Ярыштарҙы РФ Коляскала фехтование федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, БР Фехтование федерацияһы, «Яңырыу» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһы физик мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларҙың паралимпия һәм сурдолимпия хәрәкәте ассоциацияһы ойоштора.

Ярыштарҙа 16 йәштән үткән спортсылар ҡатнаша ала.

2 апрелдә рапирала фехтование буйынса шәхси ярыштар үтә.

3 апрелдә — ҡылыстарҙа фехтование буйынса шәхси һәм команда ярыштары.

4 апрелдә — шпагаларҙа фехтование буйынса шәхси һәм команда ярыштары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть