7 декабрь, Шаршамбы

30 март 2010 йыл, 11:07

Куйбышев магистраленән «Еңеүгә 65 йыл» агитпоезы маршрутын башланы

автор: Любовь Колоколова

«Еңеүгә 65 йыл» махсус агитпоезы кисә Һамар станцияһынан ҡуҙғалды. Юбилей акцияһы Куйбышев магистраленең бар территорияһында ла үтә.

Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән бәйләнеш хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, поезд составына биш вагон ингән, улар араһында вагон-клуб, медицина хеҙмәттәре вагоны, вагон-ресторан, медицина персоналы һәм концертта ҡатнашыусылар өсөн купе вагондар бар. Акция сиктәрендә тимер юл ветерандарына, һуғыш һәм хеҙмәт инвалидтарына, инвалид балаларға, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, Куйбышевской магистрале предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә медик-социаль ярҙам күрһәтеләсәк. Бындай ярҙамды шулай уҡ тимер юлға яҡын торама пункттар халҡы ла аласаҡ.  

Поезд юлдағы 30-ҙан ашыу станцияла, шул иҫәптән, бер ниндәй медучреждение булмаған урындарҙа ла туҡтаясаҡ. Агитпоездың табиптары өлкә медицина учрежлениеларынан алыҫ урынлашҡан ауылдарҙағы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә алған берҙән-бер белгес.  

Агитпоезда пациенттарҙы, невропатолог, окулист, терапевт, хирург, табип-лор һәм башҡа белгестәрҙе лә иҫәпкә алып, тимер юл дауаханаларының юғары квалификациялы медицина персоналы ҡабул итә. Бынан тыш, поезд заманса диагностикалау ҡорамалдары менән йыһазландырылған, теләктәре булғандарҙың барыһы ла бында медицина тикшереүе үтә ала.

Куйбышев тимер юлы үткән ҡала һәм ауылдарҙың халҡы менән осрашырға, медиктар бригадаһынан, тыш тимер юл клубы артистары һәм музыканттары ла сыҡҡан. Агитпоезда ҡатнашыусылар тимер юл предприятиеларының хеҙмәт коллективтары алдында концерттар менән сығыш яһаясаҡ, Куйбышев магистрале тарихын һәм “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлеге хаҡында һөйләйәсәк.