Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

«Өфө» аэропорты яҙғы-йәйге миҙгелдә осоштар географияһын киңәйтә

Иҡтисад

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты 28 мартта яҙғы-йәйге расписание буйынса эшкә күсте, ул ағымдағы йылдың 30 октябренә тиклем дауам итәсәк.

Аэропорттың маркетинг хеҙмәте белгестәренең “Йәй-2010” миҙгеле расписаниеһын төҙөү буйынса башҡарған эштәре һөҙөмтәһендә, 2009 йылғы йәйге расписание менән сағыштырғанда үҙәк расписание буйынса самолет осоштарының төп производство күрһәткесенең — 10 процентҡа,  ә хеҙмәтләндерелгән самолеттар массаһының 17 процентҡа артыуы көтөлә.  

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 40-тан ашыу йүнәлеште үҙ эсенә алған төп маршрут селтәренән тыш, йәйге миҙгелдә яңылары ла асылған: Монастир («Ырымбур авиалиниялары»), Худжанд һәм Дүшәнбе («Урал авиалиниялары»); Минеральные Воды («КавминводыАвиа»), Ханты-Мансийск һәм Нягань («ЮТэйр»), Красноярск («Красавиа»).

Йәге миҙгелдә «Авианова» авиакомпанияһы Өфө аэропортынан башҡарылырға тейешле осоштар географияһын һаҡлап ҡала, ул пассажирҙарға «Өфө – Мәскәү» маршруты буйынса арзан авиаосоштар тәҡдим итә.

Өфө авиабаҙарында яңы авиакомпаниялар араһынан Шарм-эль-Шейхҡа осоусы «Московия» авиакомпанияһын, «Айфлай»ҙы (Анталья, Хургадаға оса), «Красавиа»ны (Норильск, Красноярск, Сочи) билдәләргә мөмкин.

Яҙғы-йәйге миҙгелдә «Өфө» аэропорты «Урал авиалиниялары» авиакомпанияһы менән берлектә «Өфө – Дүшәнбе» һәм «Өфө – Худжанд» маршруттары буйынса Тажиҡстан менән даими бәйләнеште тергеҙә. «Армавиа» авиакомпанияһы «Өфө – Ереван» даими рейсын аса.

Йәйге отпускылар ваҡытында Рәсәйҙең (Сочи, Анапа, Краснодар), шулай уҡ сит илдәрҙең (Төркиә, Греция, Һиндостан, Испания, Мысыр) шифахана-курорт ҡалаларына рейстар асыла.  

Өҫтәп үтәйек, аэропорт кассаларында йәйге расписание рейстарына билеттар һатыла башлаған. Пассажирҙарға һәр төрлө тарифтарҙан һайлап алыу мөмкинлеге бар, шуға ла сәфәрен алдан планлаштырған сәйәхәтселәр авиабилеттарҙы хәҙер үк алып ҡуя ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть