10 декабрь, Шәмбе

30 март 2010 йыл, 10:22

Еңеү юбилейына ветерандарға аҡса биреләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Дмитрий Медведев Указға ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы һуғыш ветерандары Еңеү юбилейына ҡарата бер тапҡыр түләнә торған аҡса аласаҡ.

Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм унда ҡатнашыусылар, һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең тол ҡатындары, блокадалы Ленинградта йәшәүселәр, һауа һөжүменә ҡаршы оборона объекттарында һәм оборона ҡоролмалары төҙөлөшөндә эшләгән кешеләр, шулай уҡ концлагерҙарҙың балиғ булмаған тотҡондары иҫәбенән 40 меңдән ашыу ветеран 5000 һум күләмендә аҡса аласаҡ.

Республикала йәшәүсе 85 меңдән ашыу тыл хеҙмәткәренә һәм элекке нацистик концлагерҙар, төрмәләр һәм геттоларҙың балиғ булған тотҡондарына бер мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк.

Бер нисә нигеҙ буйынса бер тапҡыр түләнә торған аҡса алыу хоҡуғына эйә булған граждандарға ҙурыраҡ күләмдә түләү тәғәйенләнәсәк.

Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, был граждандарға бер ергә лә барыу кәрәкмәй, түләү Пенсия фондында булған мәғлүмәттәр нигеҙендә билдәләнәсәк. РФ Президенты Указын бойомға ашырыуға әҙерлек барышында  Пенсия фонды органдары мәғлүмәттәр базаһын Бөйөк ватан һуғышы ветерандары тураһында кәрәкле мәғлүмәттәр менән тулыландырыу буйынса халыҡты социаль яҡлау органдары менән әүҙем эш алып барҙы.

Бер тапҡыр түләнә торған пособие апрель айы өсөн пенсия менән бер үк ваҡытта биреләсәк. Әгәр граждан пенсияһын көс структуралары линияһы буйынса һәм Пенсия фонды органдары аша алһа, уға бер тапҡыр түләү Пенсия фондынан биреләсәк.

РФ Президенты Указын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән дөйөм финанслау күләме Башҡортостан Республикаһында 287 миллион һум тәшкил итәсәк.