Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Уҡыусылар төбәктең һыу ресурстарын һаҡларға өйрәнә

Йәмғиәт

Бөтә донъя һыу объекттарын һаҡлау көнөнә ҡарата Өфөлә «Башҡортостаның тере һыуы» республика акцияһы үтте. Унда төрлө йәштәрҙәге уҡыусылар ҡатнашты.

Йомғаҡлау сараһында республиканың 18 районынан белем биреү учреждениеһы уҡыусылары командаһы бәләкәй йылғалар үҙәнен таҙартыу һәм һыу ятҡылыҡтары ярҙарын төҙөкләндереү буйынса үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итте. Улар эштәрен күрһәткәндән һуң, концерт программаһы менән сығыш яһаны.  

«Башҡортостандың тере һыуы» акцияһын БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән  Кама бассейны һыу идаралығының БР буйынса һыу ресурсы бүлеге ойошторҙо. Акцияла ҡатнашыусыларҙы республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ольга Лаздина, Кама бассейны һыу идаралығының БР буйынса һыу ресурсы бүлегенең начальнигы Владимир Горячев һәм башҡа етәкселәр тәбрикләне. Еңеүселәргә дипломдар тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть