Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Геология буйынса республика олимпиадаһы еңеүселәре Мәскәүҙә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ

Йәмғиәт

Өфөлә геология буйынса республика мәктәп уҡыусылары олимпиадаһына йомғаҡтар яһалды. Был сара Өфөнөң 40-сы урта мәктәбендә үткәйне.

Олимпиадала республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 6-11-се класс уҡыусылары ҡатнашты. Улар «Эндоген процестар», «Экзоген процестар», «Һыу объекттары экологияһы», «Палеонтология», «Минералогия» һәм «Структур геология» кеүек алты секцияла үҙ эштәрен яҡланы. Бында балаларҙың белемен тикшереү өсөн тикшереү эштәре конкурсы, тест һәм яҙма эштәр, стендлы доклад һәм компьютерлы презентация үткәрелде, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Төрлө номинацияла еңеүселәргә һәм бүләкләнеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған. Иң яҡшылары тип табылған уҡыусылар Мәскәүҙә үтәсәк геология буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.  

Олимпиаданы ойоштороу һәм үткәреүҙә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, Башнедра, Аҡмулла исемендәге БДПУ, ӨДНТУ, БашДУ, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Геология институты ҡатнашҡан.

Йола буйынса олимпиада 5 апрелдә билдәләнгән Геологтар көнө алдынан үткәрелә. Ойоштороусылар барыһын да етеп килгән байрам менән ҡотланы һәм танып белеү фәне – геологияла уңыштар теләне.

Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн Республиканың геология һәм ҡаҙылма байлыҡтары музейына мауыҡтырғыс экскурсия ла ойошторолдо.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть