11 декабрь, Йәкшәмбе

30 март 2010 йыл, 9:02

Мәскәүҙәге фажиғә айҡанлы ҡайғы уртаҡлашыу

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Мәскәү мэры Юрий Лужковҡа телеграмма ебәрҙе. Унда ул Мәскәү метроһындағы шартлауҙарҙа кешеләрҙең һәләк булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашты. Телеграммала шулай тиелә:

“Хөрмәтле Юрий Михайлович!

Фажиғә – Мәскәү метроһында ауыр юғалтыуҙарға килтергән шартлауҙар Башҡортостан халҡын тетрәндерҙе. Мәскәү кешеләренә генә түгел, бөтә Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгән вәхшиҙәрсә террористик акттар тураһындағы хәбәр беҙҙең йөрәктәрҙә ауыр тойғо уятты.

Ҡот осҡос енәйәтте ойоштороусыларҙың  һәм уны башҡарыусыларҙың ҡотолғоһоҙ ҡаты яза алырына ышанам.

Фажиғәгә тарыусыларҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ошо матәм көндәрендә беҙ һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ.

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.