Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

"Янғантау" шифаханаһы Дәүләт Думаһында үҙе менән таныштырҙы

Иҡтисад

Мәскәүҙә, РФ Дәүләт Думаһы бинаһында, "Янғантау" санаторийын презентациялау үткәрелде. Башҡортостан бай, мәғлүмәтле экспозиция тәҡдим итте һәм аҙна буйына Дума депутаттарын һәм Рәсәй баш ҡалаһы ҡунаҡтарын Башҡортостан курортологияһының һуңғы ҡаҙаныштары менән таныштырҙы.

Депутаттар һәм киң йәмәғәтселек алдында рәсми сараны асып, Дәүләт Думаһы вице-спикеры Надежда Герасимова, "Янғантау" шифаханаһы миҫалында Башҡортостан Республикаһы санатор-курорт дауалау һәм ял өлкәһендә үҙенең реаль ҡаҙаныштарын күрһәтә, тип белдерҙе.

Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиле Салауат Ғүмәров үҙ сығышында, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов үткәргән социаль сәйәсәт арҡаһында республика бөгөн бөтә донъяға танылған курорттар рәтендә, данлыҡлы көньяҡ шифаханаларын артта ҡалдырып, алдынғы урын биләне, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть